2022 йылдың 27 мартында, Бөтә донъя театры көнөндә, «Театрлы Волга буйы» балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестиваленә йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр иғлан ителде. Проекттың финалында Волга буйы федераль округының барлыҡ субъекттарынан йәштәр һәм балалар театр коллективтары көсө менән ҡуйылған 28 спектакль ҡатнашты. Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы Ижевск тантаналы сараның төп онлайн-майҙансығы булды.
Фестивалдә Башҡортостандандан «Иң яҡшы йәштәр спектакле» номинацияһында «Һуңғы шаһиттар» спектакле менән Башҡорт студенттарының «Осҡон» халыҡ театр студияһы 3-сө урын, «Иң яҡшы балалар спектакле» номинацияһында «Өс таған» спектакле менән «Арлекин» өлгөлө балалар театр студияһы 2-се урын яуланы.