Һайлап алыу өс этапта уҙғарыла: педагогика нигеҙҙәре буйынса онлайн-тест үтеү, класс етәкселеге тематикаһы мәсьәләләрен онлайн хәл итеү һәм видеовизитка. Унда педагог форумда ҡатнашырға нимә этәреүе хаҡында һөйләргә тейеш.
Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге махсус ҡушымтала (https://vk.com/app8088836) теркәлергә һәм анкета тултырырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы “Бәйләнештә” күҙәтеп барырға мөмкин vk.com/vfkr_ru
“Бындай саралар уҡытыусыларыбыҙ өсөн бик кәрәк, сөнки бер-береһе менән шулай уҡ мәғарифты үҫтереү траекторияһын билдәләгән кешеләр менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, уҡытыусыларҙа яңы идеялар тыуа, - ти былтырғы форумда ҡатнашыусы, Өфө ҡалаһының 95-се Белем биреү үҙәге директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Федан Ғафаров. - Икенсе Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыусыларға үҙҙәре өсөн кәрәкле мәғлүмәт, шулай уҡ бөтә илдәрҙән фекерҙәштәр һәм дуҫтар табыуҙарын тейем».
Форумды Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Мәғариф министрлығы үткәрә.