+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2022, 15:37

Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивале үтәсәк

Фестиваль сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының инновацион мәктәптәренә уҡыусыларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләре, йәшәү шарттары һәм өҫтәмә белем биреү программалары аңлатыласаҡ.

Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивале үтәсәк
Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивале үтәсәк

31 мартта Силәбе өлкәһенең Нязепетровск һәм 1 апрелдә Свердловск өлкәһенең Екатеринбург ҡалаларында «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивале үтә. Фестивалде сит региондарҙа республикабыҙҙың инновацион мәктәптәре менән таныштырыу маҡсатында Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора. Фестивалдә Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмалары: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, Республика инженер лицей-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, Сибай гимназия-интернаты һәм Дыуан районының Т.Й. Йосопов исемендәге республика лицей-интернаты ҡатнаша. Фестиваль сиктәрендә балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм интерактив майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә Башҡортостан Республикаһының инновацион мәктәптәренә уҡыусыларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләре, йәшәү шарттары һәм өҫтәмә белем биреү программаларын аңлатыу буйынса консультация өҫтәле эшләйәсәк. Фестиваль аҙағында ҡатнашыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ.

Сығанаҡ: https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/439675/

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: