+2 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2022, 13:10

Үҫмерлек касафаты

Аңлашылмаған таблеткалар йотҡан мәлдә был үҫмер ҡыҙҙар нимә уйланы икән? 

Үҫмерлек касафаты
Үҫмерлек касафаты


21 мартта Стәрлетамаҡта һигеҙенсе класта уҡыған биш ҡыҙ ашығыс рәүештә балалар дауаханаһына оҙатылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер ҡыҙ мәктәпкә өлкәндәр (склероз һәм фалиж менән сирләгәндәр) өсөн тәғәйенләнгән дарыу килтергән. Әхирәттәрҙең һәр береһе биш-ун таблетка йотҡан. Әле ҡыҙҙар Республика балалар клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә ята. "Ҡыҙҙарҙың хәле тотороҡло, ыңғай динамикалы тип баһалана. Дүртәүһе - үҙ аңында, берәүһе әлегә ИВЛ-да, хәле яҡшыра бара", - тип белдерә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина.

Был дарыу рецепт буйынса ғына бирелә. Ҡыҙҙар уны ҡайҙан алған, билдәһеҙ, хәҙер быны хоҡуҡ һаҡлаусылар асыҡларға тейеш.

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: