Сарала шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Мең ырыуҙары" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов, "Яҡты юл" Бишбүләк район гәзите хәбәрсеһе Наилә Ғүмәрова ҡатнашты.
Осрашыу балаларҙың сәхнә сығыштары менән үрелеп барҙы: Ралина Шәйәхмәтова менән Камилла Фәзуллина Айбулат Кәримов тарафынан Лариса Абдуллина һүҙҙәренә яҙылған "Телем" йырын яңғыратты, Ралина тамашасыларға башҡорт бейеүен бүләк итте, Ислам Әхмәтшин ҡурай моңдарына күмде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы бер төркөм балалар шағирҙың шиғырҙарын яңғыратты.
Мәктәп уҡыусылары "Аҡбуҙат" журналы хаҡында баҫманың бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитованың һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы.
- Беҙ бәләкәй саҡта смартфондар булманы, компьютерҙар ҙа һирәк осрай ине. Почтальондың гәзит-журналдар килтергәнен һағалап ҡына торабыҙ ҙа, "Аҡбуҙат"ҡа йәбешәбеҙ. Уйындар, сканворд-кроссвордтар, әкиәттәр, һүрәттәр - журнал үҙе бер мауыҡтырғыс ҡушымта ине беҙҙең өсөн.
Әлеге интернет алға киткән заманда йәнең теләгән мәғлүмәтте, йәнһүрәтте, киноны күҙ асып йомған арала табып ҡарап була, шулай ҙа, ҡағыҙ баҫмалар айырым тылсымға эйә бит ул. Уларҙың көсө бөтөп һүнмәй, ҡарағанда күҙгә лә зыян килмәй. Замана технологиялары насар, журналдар, китаптар ғына уҡып ултырығыҙ тигәнде аңлатмай был һүҙҙәр. Журнал, китаптар зиһендә тыуҙырған күренештәр киноларҙан һис тә ҡайтыш булмай ул, балалар, - тине ул.
Тамаша залына йыйылған һәр бала, сәхнәнән йыр, шиғыр, бейеү бүләк иткән һәр уҡыусы ҡулына "Аҡбуҙат" журналын, календарҙар алды.
"Һүрәттәребеҙҙе, шиғыр-әкиәттәребеҙҙе журналға баҫтырырға ебәрербеҙ", - тинеләр балалар осрашыу һуңында.
1-се һанлы урта мәктәбе директоры Урал Ғатауллин һәр башланғыс класҡа "Аҡбуҙат" журналын яҙҙырыу ниәте менән уртаҡлашты.