+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2022, 09:50

Өфөгә Луганскийҙан 30 бала килде

"Өфөгә Луганск халыҡ республикаһының Петровский ҡалаһынан 30 бала килде. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп уҡыусылары шифаханаларыбыҙҙың береһендә ял итәсәк", - тип белдерә "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Өфөгә Луганскийҙан 30 бала килде
Өфөгә Луганскийҙан 30 бала килде

 

"Һигеҙ йыл инде улар ут аҫтында йәшәй, бәхетле бала саҡтары булмаған уларҙың. Күбеһе аңлы рәүештә беренсе тапҡыр тыныс тормошто күрә. Уларҙың иң олоһона - 17 йәш, иң кесеһенә - 10 йәш, һуғыш башланғанда, уға ике йәш кенә булған... Донбастағы хәрби хәрәкәттәр башланған осорҙан Петровскийҙа балалар табибы юҡ, шуға күрә балалар санаторийҙа үҙ һаулығын нығытыр тип ышанабыҙ.

Беҙ йәш ҡунаҡтарыбыҙ өсөн бай программа әҙерләнек. Республиканы күрһәтәсәкбеҙ, хоккей матчына алып барасаҡбыҙ. Улар өсөн ҡәҙимге, ысын каникулдар үткәрергә теләйбеҙ. Был балаларҙы ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла үҙҙәрендә булған фажиғәнән, ҡурҡыныстарҙан ситләтә алыр тип ышанам. Был улар өсөн беҙ башҡара алғандың аҙ ғынаһы".


Өфөгә Луганскийҙан 30 бала килде
Өфөгә Луганскийҙан 30 бала килде
Өфөгә Луганскийҙан 30 бала килде
Өфөгә Луганскийҙан 30 бала килде
Өфөгә Луганскийҙан 30 бала килде
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: