+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2022, 14:38

"Халҡыбыҙҙың милли мираҫын һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ"

Бөрйәндә "Ижади майҙан" ҡыҙа.

"Халҡыбыҙҙың милли мираҫын һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ"
"Халҡыбыҙҙың милли мираҫын һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ"

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналған сара район мәҙәниәт йортондағы тантана менән башланып китте.

Балалар "Урал батыр" эпосынан өҙөк сәхнәләштерҙе, "Ялҡын" өлгөлө бейеү, "Мәсем" ҡурайсылар ансамблдәре сағыу сығыштары менән сәхнәне биҙәне.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов Бөрйән районында 98,7% башҡорт йәшәүе, был яҡтарҙың тәбиғи үҫеш, демография яғынан милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалған төбәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Халҡыбыҙҙың милли мираҫын һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ", - тине ул.

Ғәзиз Минниәхмәт улы - күп балалы атай. Ул алты балаһына алты "Аҡбуҙат" журналын алдыра. Беҙҙең тарафтан был күренеш иғтибарҙан ситтә ҡалманы - Ғәзиз Манапов "Аҡбуҙат" журналының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Айһылыу Ғарифуллина, Сәрүәр Ғәләүетдинов кеүек Бөрйәндән сыҡҡан шағирҙар ололар өсөн генә түгел, балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙа. Уларға ла "Аҡбуҙат"тың баш мөхәррире Лариса Абдуллина Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Мәҙәниәт йортоноң фойеһында һынлы сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һүрәттәренән күргәҙмәләр ойошторолған.
Береһенән-береһе матур һүрәттәр араһында Аҡбуҙат һындары айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте.

"Ижади майҙан" артабан да дауам итә, бер юлы әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, кинематограф, театр һәм башҡа юҫыҡтар буйынса интерактив майҙансыҡтар эшләй.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: