Аҡбуҙат өҙә баҫа!
Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолған "Ижади майҙан" сараһы башланды.Сараны асыу тантанаһында балалар "Урал батыр" эпосынан өҙөк сәхнәләштерҙе.Йыйылғандарҙы Урал батыр менән Аҡбуҙат үҙе сәләмләп, дәртле бейеү бүләк итте.