+17 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2022, 14:32

Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")

"Билал китапханаһы бөгөн "Китап кафе"һына әйләнде, - тип хәбәр итә китапханасы Райхана Булатова. - Ни өсөн? Сөнки беҙ китапты рухи аҙыҡ тип йыш ҡабатлайбыҙ. Китапты күп уҡыған кешегә ҡарата "китапты һыу кеүек эсә", "китапты ашай ҙа ҡуя" тибеҙ...

Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")
Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")


Шулай итеп, өҫтәлдә "аш-һыу" өсөн бөтә кәрәк яраҡтар бар, сервировка яһалған. Ап-аҡ халат, баштарына аҡ ҡалпаҡ кейгән официант ҡыҙҙар, ҡара костюм, салбар кейгән официант егет йүгереп үҙ эшен башҡара. Менюла нимә генә юҡ! Беренсе блюдоға "йылы аш". Йәғни, әле генә табанан төшкән Б. Мәһәҙиев, З. Бәшәрова, С. Кәрим әҙерләгән "риҙыҡтар". Икенсе блюдоға ла "тәмле риҙыҡ" етәрлек. Ә һәр төрлө "һуттарҙан", "десерттан" өҫтәл һығылып тора. Ф. Мырҙаҡаевтың "Ҡайын һуты", А. Игебаевтың "Сәй ҡайнатты ҡуяндар"ын 7-се класс уҡыусылары яратып "эсте". Десертҡа кафела ултырыусылар яҡташ яҙыусыларҙың "тәмле риҙығынан" ауыҙ итте. Ф. Абдуллина, У. Мостафин, Г. Ғәйзуллина, Ә. Үтәбай, Т. Ғарипова, Ә. Яхина һәм башҡаларҙың "тәмлекәстәренән" бер кем дә баш тарта алманы. Ҡай берәүҙәр өҫтәп тә заказ бирҙе. Их, тәмлелеге! Ни тиһәң дә үҙебеҙҙекеләр етештергән шул!
Рухи аҙыҡты "ашап-эсеп" бөткәс, һәр береһе нимә "ашауҙары" тураһында бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һөйләнеләр. Иң аҙаҡ официанттарға "чаевые" бирҙеләр. Йәғни, һәр официантҡа йомаҡ, мәҡәл, әйтем әйтергә, китаптарҙың авторҙарын әйтергә ҡушылды. Улар ҙа аптырап ҡалманы, тапҡыр яуап бирҙеләр.
Барыһы ла булды бөгөн "Китапкафе" һында. "Аштарығыҙ" тәмле булһын!

Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")
Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")
Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")
Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")
Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")
Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")
Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")
Уҡырға бирелде! ("Читать подано!")
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: