+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2022, 16:04

Һау бул, әлифба!

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһында беренсе класс уҡыусылары өсөн ҙур байрам - Әлифба байрамы уҙҙы!

Һау бул, әлифба!
Һау бул, әлифба!

Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһында беренсе класс уҡыусылары өсөн ҙур байрам - Әлифба байрамы уҙғарҙыҡ!

Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй дуҫтарыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.
Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел булманы. Әммә балалар тырыштылар, күп нәмәгә өйрәнделәр. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”- тиҙәр. Бөгөн 1-се кластағы барлыҡ балалар ҙа уҡый, яҙа, иҫәпләй беләләр. Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә ата-әсәйҙәрҙең дә өлөшө бик ҙур! Улар байрамдың ҡунағы булдылар. Байрам барышында уҡыусылар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар.

Ә сараны алып барыуҙа “Әлифба”, “Туған тел” һәм Хат ташыусы ҡатнаштылар. Был ролдәрҙе беренселәрҙең өлкән кластарҙа уҡыған ағайҙары һәм апайҙары башҡарҙы. Улар балалар һәм әсәйҙәргә алмашлап төрлө һорауҙар бирҙеләр, йомаҡтар ҡойҙолар.

Хат ташыусы "Аҡбуҙат" журналынан ҡотлау телеграммаһы алып килде. Журналға яҙылырға, уҡырға, конкурстарҙа ҡатнашырға һүҙ бирҙеләр беренселәр.


Беҙ байрам ҡунаҡтарына - 2 класс уҡыусыларына, башланғыс класс уҡытыусыларына, китапханасы Тәнзилә Батырхан ҡыҙы Һәүбәнова һәм гимназия директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтоваға ҡотлауҙары һәм бүләктәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Башланғыс класс уҡытыусыһы Атмасова Светлана Николаевна.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: