Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҙған был конкурстың маҡсаты - заманса мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, китапты, китап уҡыуҙы популярлаштырыу, йәмғиәттә китап уҡыусы ғаиләнең ыңғай имиджын булдырыу, үҫеп килеүсе быуында туған телгә, әҙәби телгә ыңғай мөнәсәбәтте нығытыу ине. Конкурста республика дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-9-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.
Конкурс эштәре 6 номинация буйынса баһаланды: «Р.Ғариповтың тел тураһындағы әҫәрҙәренә буктрейлерҙар», «Р.Ғариповтың тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәренә буктрейлерҙар», «Р.Ғариповтың тәржемәләренә буктрейлерҙар», «Йәш яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәренә буктрейлерҙар», «Балалар әҫәрҙәренә буктрейлерҙар», «Тарихи әҫәрҙәргә буктрейлерҙар».
Бүздәк, Илеш, Баймаҡ, Хәйбулла, Миәкә, Федоровка райондары һәм Стәрлетамаҡ, Өфө, Ишембай ҡалалары уҡыусыларының эштәре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.