+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Март 2022, 12:00

Ай һайын 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә аҡса түләнәсәк

Владимир Путин Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараһы булған был яңы түләүҙәрҙе раҫланы. 

Ай һайын 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә  аҡса түләнәсәк
Ай һайын 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә аҡса түләнәсәк

«Беҙ яңы ҡарар ҡабул итергә — 8-16 йәшлек балаларға, атап әйткәндә, аҙ килемле бөтә ғаиләләр өсөн түләүҙәр билдәләргә, уларға ярҙам итергә тейешбеҙ. Был сара 1 апрелдән ғәмәлгә индерелә, аҡса майҙа түләнә башлай», — тине дәүләт башлығы.

Хәҙерге ваҡытта илдә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләргә айлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә, тип билдәләне Владимир Путин. Бынан тыш, Рәсәй Президенты 8-16 йәштәге балаларын яңғыҙы ҡараған ата-әсәләргә ярҙам тураһында иҫкә төшөрҙө.

«Дәүләт үҙ яғынан ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләр. Был беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлеш», — тине Владимир Путин.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: