Ярыш Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостандың күп профилле мәктәптәре тарафынан икенсе тапҡыр уҙғарыла.
Олимпиаданың маҡсаты – бер нисә тел белгән һәләтле балаларҙы табыу, уларҙың тырышлыҡтарын лайыҡлы баһалау, уҡыусыларҙа туған телдәренә, сит телдәргә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу.
“Ағиҙел” Башҡортостанда йәшәгән бар милләттәрҙе уларҙың телдәре, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән берләштереү сараһы булып торорға тейеш, - тине Олимпиада еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идараһы етәксеһе Азат Батыршин, - был балаларға туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн тел, мәҙәни-мәғариф мөхитте булдырыуға булышлыҡ итәсәк”.
Олимпиаданың беренсе һайлап алыу баҫҡысында республиканың белем биреү усаҡтарынан 2911 5-11 класс уҡыусылары ҡатнашҡан. Икенсе баҫҡысҡа күтәрелгәндәр көстәрен “Ток-шоу” мәғариф проектында һынаған.
91 уҡыусы командаларға бүленеп Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенә арналған проект уйлап сығарып уны баһалама ағзаларына тәҡдим иткән.
Олимпиадала еңеүҙе Ғафури районы Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Иршат Дауытов һәм 1-се һанлы Республика полилингваль күп профилле гимназия уҡыусыһы Анастасия Цветкова яулаған. Еңеүселәрҙе Сочи ҡалаһындағы күп телле лагерь көтә.