Пекинда үткән Олимпиада уйындарындан Башҡортостан спортсылары дүрт бронза миҙал менән ҡайтты.
Бөгөн, 27 февраль, Өфөлә улар менән тантаналы осрашыу үтте.
Рәсәй йыйылма командаһында Башҡортостандан 14 спортсы сығыш яһаны.
Уларҙың араһында 2014 йылдағы Олимпиада чемпионы, 2018 һәм 2020 йылдағы Олимпиаданың бронза призеры, шорт-трекист Семен Елистратов, быйылғы Олимпиаданың бронза призеры, биатлонсы Эдуард Латыпов, 2014 йылғы Олимпиада чемпионы, 2010 йылғы Олимпиаданың бронза призеры скелетонист Александр Третьяков бар.
Өфөнән шулай уҡ Олимпиада уйындарында "Ағиҙел", "Салауат Юлаев" хоккей командаһынан хоккейсылар ҙа ҡатнаштылар.
Спортсылар "Боҙ алышы"нда ҡатнашты, автограф-сессия сиктәрендә йәнатарҙары менән аралашты.
Сарала "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" титулына дүрт тапҡыр эйә булған милләттәшебеҙ Эльбрус Ниғмәтуллин 20 тонналыҡ автобусты 35 метрға тиклем һөйрәп тамашасыларҙы ғәжәпләндерҙе.
Олимпиада уйынсыларын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхсән сәләмләне.