+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2022, 10:54

"Элек балаларға һөт етештереүсе бер генә завод булһа, хәҙер Башҡортостан буйлап һигеҙ цех эшләй"

Талаптар юғары - балаларҙың һаулығы хаҡында һүҙ бара. 

"Элек балаларға һөт етештереүсе бер генә завод булһа, хәҙер Башҡортостан буйлап һигеҙ цех эшләй"
"Элек балаларға һөт етештереүсе бер генә завод булһа, хәҙер Башҡортостан буйлап һигеҙ цех эшләй"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Һөт кухняһы"ның эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

Республика етәксеһе белдереүенсә, һөт кухняһы эшләй башлағанда, ул  3 мең кешене генә тәьмин иткән, хәҙер килеп, 26 мең кешене туйындыра.

Күп балалы йәки ауыр хәлдәге ғаиләләрҙән булған тәрбиәгә алынған балаларға һөт кухняһы бушлай".

Элек балаларға һөт етештереүсе бер генә завод булһа, хәҙер Башҡортостан буйлап һигеҙ цех эшләй. Башта таратыу үҙәктәре Өфөлә генә ине, хәҙер 150-нән ашыу үҙәк Башҡортостанға таралған.

Талаптар юғары, иң ҡәҙерле кешеләр - балаларҙың һаулығы хаҡында һүҙ бара бит. Продукция ысынлап та файҙалы ла, тәмле лә", - ти Башлыҡ.

Быға Башҡортостанда етештерелгән һөттәрҙең, эремсектәрҙең, йогурттарҙың киң ҡулланылышы дәлил.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: