27 февраль 10-30 сәғәттә “Башҡортостан чемпиондарын ҡаршы ала!” исеме аҫтында байрам уҙа. Сарала күптән түгел Ҡытайҙа уҙған ҡышҡы Олимпиада уйындарында призлы урындар яулаған яҡташ спортсыларыбыҙ менән тантаналы осрашыу уҙа.
Байрам уңайынан ҙур мәҙәни-күңел асыу прогаммаһы әҙерләнгән. Уның сиктәрендә Олимпиада хаҡында викторина, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе булып танылған Эльбрус Ниғмәтуллин тарафынан шоу, “Боҙ алышы” ҡаралған.
Сара һуңында Олимпиада призерҙары һәм ҡатнашыусылары менән автограф-сессия ойоштороласаҡ.