+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2022, 17:44

Телевизорығыҙҙы ҡабыҙығыҙ

Бөгөн, 22 февраль, БЮТ каналында  Донецк һәм Луганскта барған хәл-ваҡиғаларға арнап, 19-40 сәғәттә Александр Галибиндың “Һеңлекәш” нәфис фильмы күрһәтеләсәк.

Телевизорығыҙҙы ҡабыҙығыҙ
Телевизорығыҙҙы ҡабыҙығыҙ

Кинотаҫмала ваҡиғалар Бөйөк Ватан Һуғышы мәлдәрендә бара. Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән фильмда – украин ҡыҙы Оксананың башҡорт ғаиләһе тарафынан йылы ҡабул ителеп, уларҙың ғаилә ағзаһына әйләнеүе, туғанлашыуы тураһында  һүҙ.

“Башҡортостан” телерадикомпанияһы директоры Рөстәм Зарафетдинов белдереүенсә, “Һеңлекәш”тең тап бөгөн күрһәтелеүе осраҡлы түгел.

“Меңләгән ғаиләләр өйҙәрен, тыуған ерҙәрен ҡалдырып, эвакуация арҡылы Рәсәйгә килергә мәжбүр. Башҡортостан беренсе булып уларға ярҙам ҡулын һуҙҙы. Был Мостай Кәримдең әҫәрендәге хәлдәргә лә ауаздаш”, - ти ул.

Йәш актер Арыҫлан Ҡырымғужин да был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе:

“Республикабыҙ Луганск һәм Донецктағы дуҫтарыбыҙға ярҙам ҡулын һуҙырға ҡарар итте. Ауыр саҡта бер-береңә терәк булыу мөһим. Был электән шулай булды – Башҡортостанда изге күңелле халыҡ йәшәй”.

“Һеңлекәш” шулай уҡ йәкшәмбе көнө 12-30 сәғәттә ҡабатлап күрһәтеләсәк.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: