+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2022, 15:12

Атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Атай ҙа, әсәй һымаҡ, иң ҡәҙерле кеше ул! Беҙҙең башҡорт халҡы элек-электән илдең, ғаиләнең терәге – ир-егеттәр, тигән. Шуға күрә атайҙарыбыҙ ғаиләнең дә, илдең дә терәге булып тора. 

Атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Беҙҙең төркөмдәге атайҙарыбыҙ бигерәк уңған, эшһөйәр, ярҙамсыл, барыһы ла өлгө булырлыҡ. Шуларҙың береһе - Рахманғолов Ғәфүр Рафиҡ улы һәм Хоҙайбирҙин Ильнур Зөфәр улы. Спортты яратҡан, спорт менән шөғөлләнгән атайҙарыбыҙ. Һәр кеше һау-сәләмәт, ныҡ булһын өсөн спорт менән дуҫ булырға, шөғөлләнергә тейеш. Спорт – ул йәшәү сығанағы. Ғәфүр Рафиҡ улы спорттың һәр бер төрөн үҙ иткән, уҡта оҫта атыусы булһа, Ильнур Зөфәр улы оҫта хоккейҙа уйнай. Икеһе лә һәр ваҡыт призлы урындар яулайҙар. Динийә менән Ансар ҙа, бәләкәй генә булһалар ҙа, спорт менән бик дуҫтар. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Уларға һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Артабан да уларға бейек үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы.
Тәрбиәсеһе К.Ғ. Әүәлбаева

Атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: