+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2022, 19:33

Луганск өлкәһе Шайморатов рухын һаҡлай

Был яҡтарҙа Миңлеғәле Шайморатовты балалар ҙа, ололар ҙа белә, Петровск ҡалаһындағы 22-се мәктәп генерал-майор исемен йөрөтә. 

Луганск өлкәһе Шайморатов рухын һаҡлай
Луганск өлкәһе Шайморатов рухын һаҡлай

Луганск халыҡ республикаһы Рәсәй геройы, башҡорт халҡының мәшһүр улы Миңлеғәле Шайморатовтың исеме менән тығыҙ бәйле -  генерал-майор 1943 йылда тап Луганск ерҙәрен фашист ғәскәрҙәренән һаҡлағанда һәләк була.

Луганск өлкәһе, Петровск ҡалаһында үткән йылда Шайморатов генералға бюст асылды, ошо уҡ ҡаланың 22-се һанлы мәктәбе Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә.

Һәйкәл асыу тантанаһында Башҡортостандан делегация ла ҡатнашты, республика етәксеһе Радий Хәбиров Лугансктағы "Улар Тыуған иле һағында торҙо" һәйкәленә сәскәләр һалды.

Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығын, шәхесенең бөйөклөгөн Луганск халҡы әле лә онотмаған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике халыҡты тоташтырған еп тураһында социаль селтәрҙәрҙәге яҙмаһында ла әйтеп үтте.

"Донецк менән Луганск өлкәһендә йәшәгән кешеләр беҙҙең өсөн яҡын. Дуҫлығыбыҙ тарихы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына барып тоташа. Башҡортостан уларға һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға, эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итергә әҙербеҙ", - ти ул.

Был уңайҙан оператив штаб төҙөлгән. Башҡортостан халҡы Донбасстағы һуғыш хәрәкәттәренән зыян күргәндәргә ихлас ярҙам тәҡдим итә башлаған.

Теләктәре булғандар 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: