+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2022, 12:12

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ “ТУҒАН ТЕЛ”Е ТӨРЛӨ ТЕЛДӘРҘӘ ЯҢҒЫРАЙ

Халыҡ  шағирының үлемһеҙ шиғырын  төрлө милләт вәкилдәре туған телдәрендә ишетәсәк.

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ “ТУҒАН ТЕЛ”Е ТӨРЛӨ ТЕЛДӘРҘӘ ЯҢҒЫРАЙ
РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ “ТУҒАН ТЕЛ”Е ТӨРЛӨ ТЕЛДӘРҘӘ ЯҢҒЫРАЙ

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына – 90 йыл. Ошо уңайҙан БЮТ телеканалы шәхескә махсус проект арнаған.

Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре шағирҙың “Туған тел” шиғырын төрлө телдәрҙә ятлап ишеттерәсәк. Проект шулай уҡ Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы уҙа.

Төрлө милләт вәкилдәре “Туған тел”де милли кейемдәрҙә ятлаясаҡ.

“Телевизор ҡараусылар “Туған тел”де төрлө телдәрҙә ишетеп кенә ҡалмаясаҡ, төрлө халыҡтарҙың сағыу милли кейемдәре менән дә танышасаҡ”, - ти проект продюссеры Наил Юнысов.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был проект – халыҡтар дуҫлығы, ер йөҙөндәге төрлө телдәргә, төрлө милләттәргә ихтирам сағылышы.

“Туған тел” шиғыры Рәми Ғарипов ижадының ғына түгел, ғөмүмән башҡорт, төрки әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә. Әйткәндәй, Википедияның 50 меңесе юбилей мәҡәләһе тап ошо шиғырға арналған.

Шиғыр тәржемә ителеп рус, белорус, украин, саха, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, мари, татар, удмурт һәм башҡа телдәрҙә берҙәй аһәңле, ғорур яңғырай.

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, шиғырҙы үҙ теленә һәр милләт вәкиле үҙе тәржемә иткән. Тәржемәләр төрлөсә: әҙәби лә, тура ла, ирекле форматта ла.

Проект режиссеры Светлана Громованы һәр халыҡтың “Туған тел”де үҙенекеләй күреп яратыуы менән һоҡландырған.

“Туған тел” – Шағирҙың төп шиғыры, уның гражданлыҡ позицияһы, халҡына булған һөйөүе сағылышы.  Ошо шиғыр арҡылы уны беләләр, ошо шиғыр арҡылы ул бөйөк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт буйынса комиссияһы быйыл Рәсәйҙә мәҙәни мираҫ йылы, Башҡортостанда башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы айҡанлы Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын төрлө телдәргә тәржемә итеп, тәржемәләрҙе бер йыйынтыҡҡа тупларға ҡарар итте. Фекерҙәштәребеҙ күп, шағир-тәржемәселәр был юҫыҡта эш башларға теләк белдерҙе, - ти шағир, журналист Лариса Абдуллина.

“Туған тел” шиғырының тәржемәләре БЮТ каналының социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарына урынлаштырылған.

БЮТ шулай уҡ барыһын да флешмобҡа ҡушылырға саҡыра, бының өсөн “Туған тел” шиғырын һөйләп, видеоға яҙҙырып, видеояҙманы #МинеңРәми90  #РоднойЯзык2022 хэштегтары менән социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: