Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Беҙ һеҙгә 90 йыл әкиәт бүләк итәбеҙ" күргәҙмәһе асылды.
Ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 90 йыллығына арналған.
Экспозицияла - үткән быуаттың 30-сы йылдарынан алып ҡуйылып килгән спектаклдәрҙән ҡурсаҡтар.
Күргәҙмәне ҡурсаҡ театрының төп рәссамы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Андрей Волков әҙерләгән.
Театр кулисы артынан ул күргәҙмәне асыу тантанаһында тамашасыларға "Божественная комедия", "Аҡ пароход", "Һинд легендаһы", һәм башҡа спектаклдәрҙән ҡурсаҡтарҙы күрһәтте.
Күргәҙмәне асыуҙа йыйылған ҡунаҡтарҙы Милли музейҙың генераль директоры Альбина Ярмуллина, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов сәләмләне.
Балалар, күргәҙмә 21 февралгә тиклем эшләй, барып күрегеҙ!