Туймазынан 7-се класс уҡыусыһы Гордей Тиглев һүрәттәрендә тыуған яҡ тәбиғәтен сағылдыра. Шулай уҡ Рәсәй һәм донъяла танылыу тапҡан шәхестәрҙең портреттарын төшөрөргә ярата. Остазы Айнур Тимерғәлиев малайҙың эшен Бөйөк Британияла үткән “Golden time talent” халыҡ-ара рәсемдәр конкурсына ебәрә. 13 йәшлек рәссамдың Гагарин портреты бик күп илдәрҙән килгән һүрәттәр араһында еңеүсе тип табыла. Хәҙер тәүге йыһангир рәсеме Лондон ҡалаһын биҙәй. Гордей робот техникаһы менән дә ҡыҙыҡһына. Киләсәктә видеомонажёр йәки оператор булырға теләй.
Сығанаҡ: Лента новостей (bash.news)