Сара “Тамыр” балалар телеканалы һәм “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан йәш быуын араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, насар ғәҙәттәрҙең зыянын төшөндөрөү, балалар менән үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсаты менән ойошторола. Башҡортостандың мәғариф министрлығы конкурсҡа ярҙам күрһәтә.
“Ныҡ бул!” конкурсында 10 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Эштәр шәхси йөҙҙәрҙән дә, ижади командаларҙан да ҡабул ителә.
Медиа-конкурс бер нисә номинация буйынса эшләй:
- социаль ролик;
- вайн;
- плакат (постер).
Ҡатнашыусылар “Сәләмәт йәшәү рәүеше – уңышҡа юл”, “Спорт менән шөғөлләнеүҙе, туризмды, әүҙем эшмәкәрлекте таратыу”, “Тәмәке тартыу, алкоголизм, законға ҡаршы эшмәкәрлек, азарт уйындарға юл ҡуймау” темалары буйынса үрҙәге ысулдар менән материалдар тәҡдим итә ала.
“Ныҡ бул!” өс этапта үтә:
1 февралдән 25 февралгә тиклем “Тамыр”ҙың Бәйләнештәге төркөмөнә эштәрҙе һәм конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы ебәрергә мөмкин.
Баһалама ағзалары икенсе турға биштән алып ун эшкә тиклем материалдарҙы һайлап ала.
Конкурстың икенсе баҫҡысы 2022 йылдың мартына планлаштырылған. Конкурсанттар “Тамыр” телеканалына оҫталыҡ дәрестәренә, интенсив-тренингтарға саҡырыла, контент булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.
Өсөнсө баҫҡыс апрель-май айҙарында үтә. Ҡатнашыусылар финал өсөн үҙаллы рәүештә эштәр башҡарып, “Тамыр” телеканалының төркөмөнә ебәрә.
Финал һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү 2022 йылдың июнендә Өфөлә үтә.