+1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2022, 11:07

"Ҡош юлы" балаларҙы көтә!

Беренсе каналда “Голос. Дети”, ә беҙҙә “Ҡош юлы. Балалар”! Был конкурс арҡылы Башҡортостанда гитарала уйнап йырларға ғына түгел, үҙҙәре йыр ижад итергә һәләтле балаларҙың күп булыуы асыҡланды.  Быйыл да "Ҡош юлы. Балалар" һайлап алыу туры иғлан итте. 

"Ҡош юлы" балаларҙы көтә!
"Ҡош юлы" балаларҙы көтә!

Биш йыл рәттән “Ҡош юлы” башҡорт бард хәрәкәте “Тамыр” балалар телеканалы менән берлектә гитарала уйнап йырлаған балалар араһында музыкаль конкурс уҙғара.

Бәйгенең беренсе туры интернетта, “Ҡош юлы” хәрәкәтенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә  уҙа.

19 ғинуарҙан 7 февралгә тиклем мәктәп уҡыусылары гитарала башҡортса йыр башҡарып https://vk.com/kosh_yuli төркөмөнә һалырға тейеш.

Һайлап алыу турынан үткән балаларҙы йондоҙло сәғәттәре көтә: конкурстың икенсе баҫҡысы телевизион форматта уҙасаҡ. “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивалендә сығыш яһап, исемдәре республикаға таралған Тимур Ямалов, Илгиз Гизмо, Альбина Шәмсетдинова, Ришат Сөләймәнов, Ренат Абдуллов һәм башҡа йырсылар “Ҡош юлы. Балалар”ҙа остаз булараҡ сығыш яһай, үҙҙәренә ҡатнашыусыларҙан команда туплай, артабан балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып уларҙың йырлау, гитарала уйнау һәләтен камиллаштыра, һөнәри кәңәштәр бирә.

“Тамыр” балалар телеканалы был мәлдәрҙе видеояҙмаға мәңгеләштереп, БЮТ каналында тапшырыуҙар арнай.

“Ҡош юлы. Балалар” конкурсының финалы гала-концерт булараҡ уҙа, еңеүселәр билдәләнә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был конкурс арҡылы Башҡортостанда гитарала уйнап йырларға ғына түгел, үҙҙәре йыр ижад итергә һәләтле балаларҙың күп булыуы асыҡланды. Йырҙың һүҙҙәрен дә, көйҙәрен дә үҙаллы ижад итеп гитара ярҙамында сәхнәгә сығарған уҡыусыларға был конкурс алдағы сығыштар, ҙур сәхнәләр өсөн этәргес булып тора, ҡасандыр “Ҡош юлы. Балалар” ҡанат ҡуйған үҫмерҙәр “Ҡош юлы” республика бард фестивалендә сығыш яһап, урындар яулай.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: