Күпселек спорт клубтары балаларҙы 7 йәштән ҡабул итһә лә, волейболда бала 5 йәштән алып уйнау мөмкинселегенә эйә, иң мөһиме, баланың аралашыу тәжрибәһе һәм спортҡа ынтылышы булһын.
Ә бына ошо йылдың йәй аҙағында үтәсәк 2022 волейбол буйынса донъя чемпионатының ирекмәне булыр өсөн 18 йәшкә етергә һәм инглиз телен белергә кәрәк.
21 февраль FIVB 2022 волейбол буйынса донъя чемпионатының ирекмәндәр программаһы старт ала. Чемпионат үҙе 26 августан 11 сентябргә тиклем Рәсәйҙең 10 ҡалаһында үтәсәк.
Сараға әҙерлек өсөн 3500-ҙән ашыу ирекмән яуап бирә, улар төрлө ойоштороу эше менән мәшғүл.
Волейбол буйынса донъя чемпионатының ирекмәне булыр өсөн 18 йәш тулыу, инглиз телен һәм командала эшләй белеү зарур.
Ирекмәндәр 2022 йылдың июнь-июль айҙарында махсус әҙерлек дәрестәре үтәсәк.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Волейбол буйынса донъя чемпионатында ҡатнашҡан ирекмәндәр был ҙур халыҡ-ара сара арҡылы оло тәжрибә туплай, фекерҙәштәр таба, иҫтәлеккә сувенирҙар аласаҡ. Ойоштороу ваҡытында ҡала транспорттарында йөрөү бушлай.
Ирекмәндәр командаһына ҡушылырға теләгәндәр volley2022.ru/volunteers сайты аша теркәлә ала.