Башҡортостанға “Спутник М” вакцинаһы килтерелде. Ул 12 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре яңы вакцинаның төҙөлөшө менән таныштыра.
“Спутник М”да тере һәм үрсей алған вирус өлөшсәләре юҡ. Вакцина биотехнологик алым ярҙамында кеше аденовирусының 26-сы һәм 5-се серотипынан эшләнгән.
Балалар вакцинаһын үткән йылдың йәйенән алып Мәскәүҙәге ике клиникала һынайҙар. Тәүге ике баҫҡыста 12 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге йөҙ ирекмән ҡатнаша, уларға өс аҙна арауыҡ менән ике тапҡыр вакцина ҡаҙайҙар.
Һынауҙың өсөнсө баҫҡысы Мәскәүҙәге 12 клиникала үтә, 3000 үҫмер ҡатнаша.
Үҫмерҙәр вакцинанан һуң үҙен яҡшы тоя, укол ҡаҙатҡандан һуң тән температураһының ғына 37,4 градусҡа күтәрелеүе мөмкин.
Һирәк осраҡтарҙа укол ҡаҙатҡан урын һыҙлауы, баш ауыртыуы, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге аҡһауы күҙәтелә, был билдәләр ике-өс көн эсендә бөтә.
Үҫмерҙәргә вакцина яһатыу ирекле тәртиптә, мотлаҡ ата-әсә ризалығы менән башҡарыла, 15 йәште үткән балалар вакцина яһатыу-яһатмауҙы үҙҙәре хәл итеү хоҡуғына эйә.