Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2001 йылдан бала табыу йорттарында тыуған бөтә сабыйҙарға республика власы тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәр бүләк итеп килә. Йыйылманың составы һәм үҙҡиммәте ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәреп тора. 2021 йылда йыйылмаға алты предмет: өсмөйөш, бәпес күлдәге һәм ыштаны, башлыҡ, плед, янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ингәйне.
Быйыл 1 марттан бүләк һигеҙ предметтан торасаҡ: өсмөйөш, бәпес күлдәге һәм ыштаны, башлыҡ, янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы, сумка, юрған, бәйләнгән комбинезон.