-4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2022, 15:24

Башҡортостанда илдәге киң тармаҡлы һөт кухнялары селтәре булдырылды

Башҡортостанда илдәге киң тармаҡлы һөт кухнялары селтәре булдырылды. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Шул уҡ ваҡытта, уның һүҙҙәренсә, селтәр даими үҫешә.

Башҡортостанда илдәге киң тармаҡлы һөт кухнялары селтәре булдырылды
Башҡортостанда илдәге киң тармаҡлы һөт кухнялары селтәре булдырылды

 

«Үҙебеҙҙәге һөттән етештерелгән сифатлы һөт продукцияһы балаларыбыҙ, буласаҡ әсәләр өсөн файҙалы. Беҙ Башҡортостанда урынлашҡан 55 фирма пунктында, 17 дәүләт дарыуханаһында һөт продукцияһы, ҡоро ҡатнашмалар бирәбеҙ һәм һатабыҙ. Таратыу пункттары һәм дәүләт дарыуханалары булмаған тораҡ пункттарға автокибеттәр сыға, улар тағы 64 биләмәне үҙ эсенә ала. Ҡайһы бер магазиндарыбыҙҙы ла һөт ризыҡтарын таратыуға йәлеп иттек. Былтыр колл-үҙәк астыҡ, тулыраҡ мәғлүмәтте 7(347)246-55-01 телефоны буйынса  белергә була. Мобиль ҡушымта эшләй башланы, уны бында күсереп алырға мөмкин», — тип файҙалы мәғлүмәт менән уртаҡлашты республика етәксеһе.

Хәҙерге көндә «Һөт кухняһы»ның етештереү цехтары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта, Үрге Ҡыйғыла эшләй. Тәүлегенә улар бөтәһе 25 тонна һөт эшкәртә. «Һөт кухняһы»ның бөтә цехтары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, өс йөҙ өҫтәмә эш урыны булдырылған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-24/v-bashkirii-sozdana-samaya-razvetvlennayaet-set-molochnyh-kuhon-v-rossii-2665615

Автор: Гульнара Мустафина
Читайте нас