"Хәйерле сәғәттә! Журналығыҙҙың тәүге һанын ҡулға алдыҡ! Уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең ҡыуанғанын күрһәгеҙ...
Дәрестә ла ҡуллана башланыҡ, әлифбала, музыкала йырын өйрәнеп тә ҡуйҙыҡ.
Үҙемә лә "Аҡбуҙат" эстәлеге, йөкмәткеһе менән ныҡ оҡшаны. Әле 3-сө класта уҡыған улым атаһы менән кроссворд сисәләләр.
Рәхмәт һеҙгә, алай ҙа ғына яҙылғанмын тием.
Журнал килгәс, зык ҡубып алдык, әсәйҙәр рәхмәт әйтеп балаларының фотоларын төшөрөп ебәрә башланылар.
Бәлакәй генә нәмәне лә ҙур шатлык итеп ҡабул иткандәренә ныҡ ҡыуандым үҙем", - тип яҙа уҡытыусы Наилә Басыр ҡыҙы Йәғәфәрова.
Уҡыусыларыбыҙ шат икән, беҙ ҙә шат! Дуҫ булайыҡ!