+24 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2022, 17:20

Башҡортостанда һәр уҡыусының һәм уҡытыусының электрон профиле булдырыла

Онлайн-форматта уҙғарылған «Һанлы сәғәт»тә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф өлкәһен электрон үҙгәртеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, республика халҡы өсөн бөтә хеҙмәттәр ҙә тиерлек электрон форматҡа күсерелде.

Башҡортостанда һәр уҡыусының һәм уҡытыусының электрон профиле булдырыла
Башҡортостанда һәр уҡыусының һәм уҡытыусының электрон профиле булдырыла
«Балалар баҡсаһына, артабан беренсе класҡа электрон яҙылыу, электрон көндәлек һәм журнал алып барыу, шулай уҡ ялға мохтаж балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпкә алыу системаһы – быларҙың барыһын да ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм уҡыусылар әүҙем файҙалана, – тине Геннадий Разумикин. – Уҡытыусылар көн дә ҡабатланған көндәлек эштән азат ителде, отчеттарҙың яҡынса 70 проценты автоматик рәүештә башҡарыла».

Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, һәр уҡыусының һәм уҡытыусының электрон профилен булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.  

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә «Алға» мәктәп картаһын яңы функционал менән эшләп бөтөрөргә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-19/v-bashkirii-sozdayut-elektronnyy-profil-kazhdogo-shkolnika-i-pedagoga-2660736

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: