+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2022, 15:39

"Омикрон" балаларға ниндәй хәүеф менән янай?

Бөтә донъяла тиҙ арала коронавирустың “омикрон” штаммы тарала. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда ауырыуҙың 23 осрағы теркәлгән дә инде һәм ул, дельта-штамм менән сағыштырғанда, балалар өсөн күпкә хәүефле.

"Омикрон" балаларға ниндәй хәүеф менән янай?
"Омикрон" балаларға ниндәй хәүеф менән янай?

Коронавирустың теләһә ниндәй штаммы - ул өҫкө тын алыу юлдарының киҫкен вирус ауырыуы, шуға күрә айырыуса хәүефле инфекциялар төркөмөнә ҡарай. «Омикрон» да, вирустың башҡа төрҙәре кеүек үк, һауа-тамсы юлы аша йоға. Ләкин инфекцияның был төрө үтә тиҙ тарала. Әгәр башҡа штаммдарҙа инкубация осоро 14 көн тәшкил итһә, «омикрон»да - 3-5 көн. Сирҙең тиҙ арала өҫкө тын алыу юлдарынан төпкә төшөүе ихтимал, ә бәләкәстәрҙең тын алыу юлдарының өҫкө һәм аҫҡы бүлектәре араһында ара аҙыраҡ, шуға ла вирустың сабый бронхыларына тиҙ арала үтеп инеү ихтималлығы ҙур, шуның менән хәүефле лә инде”, - тип аңлатма бирә Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының 5-се балалар инфекция бүлексәһе мөдире, табип-инфекционист Елена Солодкая.

Һалҡын тейҙергән осраҡта, ауырыуҙы яңы коронавирус инфекцияһы призмаһы аша ҡарарға кәрәк. Мотлаҡ табипҡа күренеп, сирҙе асыҡларға һәм ваҡытында дауалана башларға кәрәк. Ауырыуҙы аҙҙырырға, үҙ аллы дауаланырға һис ярамай! Һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: