+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2022, 10:46

Телдәрҙе өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр арта

Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр төҙөлә. 

Телдәрҙе өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр арта
Телдәрҙе өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр арта

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Туған тел дәр сәғәте” үткәрҙе. Ғилми йәмәғәтселек, урындарҙағы хакимиәт етәкселәре, полилингваль, күп профилле мәктәптәрҙең директорҙары ҡатнашлығында уҙған ултырышта туған телдәрҙе үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы.

 Башҡортостандағы полилингваль мәктәптәрҙең эшмәкәрлеге баһаланып, артабан был йүнәлештә үҫешеү өсөн маҡсаттар күҙалланды.

Нефтекамалағы “Белем” полилингваль мәктәп-интернаты үткән йылдың мартында асыла, һәм иң кәрәкле белем усағы тип һанала. Бында рус, татар, инглиз телен уҡыталар, башҡорт, немец теле өҫтәлмә дәрестәр булараҡ инә.

Нефтекама ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, интернат төҙөү мохтажлығы бар.

Ултырышта мари һәм сыуаш полилингваль мәктәптәрен асыу кәрәклеге хаҡында ла һүҙ барҙы. Мишкә районы үҙәгендәге мәктәпкә тулыһынса ремонт яһалып, унда мари полилингваль гимназияһы асыла. Сыуаш гимназияһы Бәләбәйҙә йәки Бишбүләк районында буласаҡ.

Шулай уҡ Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы райондарында яңы полилингваль мәктәптәр асыу күҙ уңында тотола.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: