+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2022, 16:03

Балалар баҡсаһында урын булмаһа...

Кескәйҙәр шәхси баҡсаларға йөрөү хоҡуғын биргән сертификаттарҙы бушлай алыу хоҡуғына эйә. 

Балалар баҡсаһында урын булмаһа...
Балалар баҡсаһында урын булмаһа...

Һуңғы өс йылда ғына Башҡортостанда 46 балалар баҡсаһы ҡалҡып сыҡҡан. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.

"Баҡсалар барыбер етмәй, - ти ул, - Беҙ тағы ла күберәк балалар баҡсалары төҙөргә йыйынабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, урын етмәү мәсъәләһен шәхси балалар баҡсалары хәл итеүенә лә төшөнә башланыҡ. Икенсе яҡтан, был шәхси эшҡыуарҙарға ла ярҙам булыр ине. Шуға күрә, 2019 йылда шәхси балалар баҡсаларына йөрөү өсөн сертификаттар системаһын уйлап сығарҙыҡ. Әйткәндәй, был проектты Рәсәй мәғариф министрлығы яҡшыларҙан таныны".

Сертификатты алыу хоҡуғына ике айҙан алып өс йәшкә тиклемге балалары булып, муниципаль балалар баҡсаларында урын ала алмаған ата-әсәләр эйә.

Кәрәкле документты юллар өсөн ата-әсәләр урындағы мәғариф ойошмаларына мөрәжәғәт итергә тейеш. Проекттың эстәлеге һәр балаға 6 мең һум күләмендәге сертификат тапшырылыуҙан ғибәрәт.

Тәү башлап проект Стәрлетамаҡ ҡалаһында бойомға ашырыла башлай, 200 бала ошондай сертификат ярҙамында шәхси балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Тәжрибә был алымдың шәхси эшҡыуарҙар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә, урындағы хакимиәт өсөн дә уңайлы булыуын раҫлай.

Шуға күрә был тәжрибәгә Нефтекама һәм Өфөнө лә ҡуштылар. Сиратта - Иглин районы һәм Октябрьский ҡалаһы.

Йәмғеһе 2000 сертификат тапшырылған, быйыл тағы ошо уҡ күләмдә сертификат тапшырырға йыйыналар.

Был маҡсат менән республика бюджетынан 136,8 миллион һум аҡса бүленгән.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: