+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2022, 13:52

«Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты иң яҡшы тәжрибә тип танылды

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһының «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проектын шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу буйынса иң яҡшы тәжрибә тип таныны.

«Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проектын иң яҡшы тәжрибә тип танылды
«Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проектын иң яҡшы тәжрибә тип танылды

Был хаҡта республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ике йыл «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты эшләй (Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала). Йәмғеһе 2000 сертификат тапшырылды.

Был сертификат 2 айҙан алып 3 йәшкә тиклемге балаларға шәхси балалар баҡсаһында урын алыу хоҡуғын бирә. Шәхси балалар баҡсаларына бер бала өсөн айына алты мең һум аҡса бүленә: республика ҡаҙнаһынан – 5 700 һум, урындағы бюджеттан иһә 300 һум.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: