+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар 2022, 16:57

Кәнфит урынына...

...китаптар - Башҡортостанда ҡыҙыҡлы акция ойошторолған. 

Кәнфит урынына...
Кәнфит урынына...

Башҡортостанда ҡыҙыҡлы акция бойомға ашырыла - хәйриәлек менән шөғөлләнгәндәргә балалар өсөн тәғәйенләнгән Яңы йыл бүләктәрендәге кәнфиттәрҙе китаптар һәм файҙалы мәғариф программаларға алмаштырырға тәҡдим итәләр.

Проектты республика халҡы дәррәү күтәреп алған - балалар йорттарына китаптар бүләк итергә теләүселәр артҡан. Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө ҡалаларында был акция бойомға ашырылған.

Билдәле блогер, табип Регина Доктор ҙа был акцияға ҡушылған.

Республика клиник психиатрик дауаханаһы Күгәрсен районының "Самрау" ғаилә тәрбиәһенә ярҙам үҙәгендәге балаларға ҙур байрам ойошторған - китаптар бүләк иткән, маскарад үткәргән.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: