Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәйриә проекты 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса башланды. Уның асылы шунда: теләгән һәр кем ёлкажеланий.рф порталында теркәлеп, акцияла ҡатнашҡан етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ауыр сирле балаларға Яңы йыл бүләге яһай ала.
Мәҫәлән, бөгөн квадрокоптер һораған һигеҙ йәшлек Нияз Йыһаншин һәм тау саңғыһы, уларға ботинкалар һорап мөрәжәғәт иткән ун ике йәшлек Риза Йыһаншин үҙ бүләктәрен алып ҡыуанды. Бынан тыш, игеҙәк Нияз менән Аяз да бүләккә ҡолаҡсындар алды. Бөтә балаларға ла татлы бүләктәр тапшырылды. Филармонияның ижади коллективтары тарафынан ҡунаҡтар өсөн байрам программаһы әҙерләнгәйне.
Фото һәм сығанаҡ: ufacity.info