Балаларға бүләктәр тантаналы шарттарҙа Милли йәштәр театрында ойошторолған Яңы йыл иртәлегендә тапшырылды. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡотлағандан һуң һәр кем күптән көткән бүләген алды. Мәҫәлән, Өфөнән 12 йәшлек Александр Лебединцев планшетлы булды. Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылынан Исмәғил Ғирфанов һәм Сергей Төмәнев тә яңы гаджеттар алып шатланды. Бүздәк районынан Милана Миңлеғолова Ҡыш бабайҙан швед стенкаһын алды. Иван Петрушкин - гитара, 6 йәшлек Магомед Хәйҙәров интерактив эт-робот теләгән булған.
«Бүләктәр өсөн ҙур рәхмәт. Барыһын да байрам менән ҡотлайым. Бөтәһенә лә һаулыҡ һәм шатлыҡ теләйем. Бөгөн беҙҙең хыялдарыбыҙ тормошҡа ашты. Балалар теләктәрҙе күп теләһен һәм уларҙың бөтә теләктәре лә тормошҡа ашһын!» - тип ҡотланы 12 йәшлек Саша Лебединцев. Ул, сирле булыуына ҡарамаҫтан, Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә фортепьянола шөғөлләнә, күп кенә конкурстар лауреаты. Бик тырыш һәм тәртипле.
Ҡотлауҙарҙан һуң балаларҙы һыйлы байрам өҫтәле көтә ине.
«Теләктәр шыршыһы» “Минең менән хыяллан” Бөтә Рәсәй проекты тарафынан ойошторола, ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм мохтаж ғаиләләрҙәге балалар байрам кәйефен тойһон, Яңы йыл мөғжизәһенә ышанһын һәм хыялын тормошҡа ашыра алһынға йүнәлтелгән. Акция башланғандан алып 21 меңдән ашыу теләк үтәлгән инде.
Сығанаҡ һәм фото: bashkortostan.er.ru