+18 °С
Дождь
VK
Яңылыҡтар
29 Декабря 2021, 09:14

Яңы йыл тыуҙырған шатлыҡ

"Аҡбуҙат" Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында балаларҙың Яңы йыл тамашаларын күҙәтеп йөрөнө.

Яңы йыл тыуҙырған шатлыҡЯңы йыл тыуҙырған шатлыҡ
Яңы йыл тыуҙырған шатлыҡ

2"А" класы гимназия фойеһындағы ҙур шыршы янында әйлән-бәйлән йөрөп Яңы йыл йырҙарын көйләне, бейеүҙәр бейене.

Балалар янына йыл хужаһы Юлбарыҫ ашыҡты, ҡар-бурандар уйнатып Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп етте. 

Аҙаҡ байрам класс бүлмәһендә дауам итте.

Уҡытыусылары Наилә Рәйес ҡыҙы Байымова балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо, Ҡыш бабай бүләген тапшырҙы.

Балалар бер-береһен Яңы йыл менән ҡотлап изге теләктәр юлланы. 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас