+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2021, 11:43

21-се лицей уҡыусыларын ҡаршыларға әҙер

Республика Башлығы Радий Хәбировтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән: "Йыл ярым элек беҙ Өфөләге 21-се лицейҙың ата-әсәләренә һәм уҡытыусыларына тиҙ арала ремонтты тамамларға һүҙ биргәйнек..."

21-се лицей уҡыусыларын ҡаршыларға итергә әҙер
21-се лицей уҡыусыларын ҡаршыларға итергә әҙер

Йыл ярым элек беҙ Өфөләге 21-се лицейҙың ата-әсәләренә һәм уҡытыусыларына тиҙ арала ремонтты тамамларға һүҙ биргәйнек. Һүҙебеҙҙә торҙоҡ, лицей уҡыусыларын ҡаршыларға әҙер. Был мәктәп - Башҡортостандағы боронғо мәктәптәрҙең береһе, уға 100 йәш. Стеналарҙың, ҡыйыҡтың, иҙәндәрҙең торошо ысынлап та борсолоу тыуҙыра ине. Хәҙер бында сағыу, заманса йыһазландырылған кластар бар. Мәктәп ашханаһына ла ремонт яһалды, яңы ҡорамалдар, һауыт-һаба һатып алынды.

«Юғары ос!» проекты сиктәрендә бында стоматология кабинетын асыу планлаштырыла. Беҙҙең өсөн нимәнелер ремонтлау түгел, ә комплекслы, күләмле уйлау мөһим. Дөйөм алғанда, өс йылда Башҡортостан Республикаһында реконструкцияланған мәктәптәрҙә 2667 урын өҫтәлде, тағы 31 мәктәп (11 548 уҡыусы урыны) төҙөлдө. Киләсәккә лә пландар ҙур. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән барығыҙҙы ла. Һаулыҡ һәм именлек!

Сығанаҡ: Vk.com/radiyhabirov 

21-се лицей уҡыусыларын ҡаршыларға итергә әҙер
21-се лицей уҡыусыларын ҡаршыларға итергә әҙер
21-се лицей уҡыусыларын ҡаршыларға итергә әҙер
21-се лицей уҡыусыларын ҡаршыларға итергә әҙер
21-се лицей уҡыусыларын ҡаршыларға итергә әҙер
21-се лицей уҡыусыларын ҡаршыларға итергә әҙер
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: