+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2021, 20:51

Беҙҙекеләр - беренселәр рәтендә!

Республика Башлығы Радий Хәбировтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән: "Уҡытыусыларыбыҙ туған тел, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә иң яҡшыларҙан булды..."

Беҙҙекеләр - беренселәр рәтендә!
Беҙҙекеләр - беренселәр рәтендә!

 Конкурста илдең 42 төбәге сығыш яһаны, беҙҙән дүрт уҡытыусы ҡатнашты һәм уларҙың барыһы ла айырылып торҙо.

Фәнилә Әсхәт ҡыҙы Фәтхетдинова - ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - беренсе урын яуланы.

Әйүпова Венера Биктимер ҡыҙы ла - Ишембай ҡалаһы 14-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – беренсе урынға лайыҡ булды.

Таңсулпан Рәмил ҡыҙы Сәфетдинова - Өфө районының Дорогин ауылындағы Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - икенсе урын дипломы алып ҡайтты.

Наталья Сергеевна Кабанина - Дәүләкән ҡалаһы 5-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - өсөнсө урын яуланы.

Уҡытыусыларыбыҙҙы лайыҡ еңеүе менән ҡотлайым, киләсәктә лә ижади уңыштар теләйем. Улар белем биргән уҡыусылар өсөн шатмын.  

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/radiyhabirov 

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: