2021 йылдың 24 декабрендә Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы Ырғыҙ ҡасабаһында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ның мәғариф министры (1955-1971 йылдар) Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина иҫтәлегенә арналған саралар уҙҙы.
Сара сиктәрендә «Фатима Мостафина иҫтәлегенә арналған фәнни уҡыуҙар» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияға йомғаҡ яһалды, «Ҡәрҙәш мәктәптәр» килешеүенә өс яҡлы ҡул ҡуйылды һәм Фатима Мостафина исемендәге кабинет асылды, уны йыһазландырыу «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бойомға ашырылды.
«Үҫеп килгән быуын үҙенең тарихын белһен һәм яҡташтары менән ғорурланһын өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ», - тине сәләмләү һүҙендә Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Елена Хуртова һәм башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләрендә Башҡортостан Республикаһы яғынан системалы ярҙам кәрәклеген өҫтәне.