+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2021, 23:46

Республика Башлығы бәләкәй пациенттарҙың хәлен белде

Радий Хәбиров бәләкәстәрҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы.

Республика Башлығы бәләкәй пациенттарҙың хәлен белде
Республика Башлығы бәләкәй пациенттарҙың хәлен белде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн «Һаулыҡ сәғәте»нең күсмә ултырышы башланыр алдынан Республика балалар клиник дауаханаһының хирургия корпусында булды. Ҡабул итеү бүлегендә ауырып килгән бала тиҙерәк кәрәкле ярҙам ала алһын өсөн бөтәһе лә эшләнгән.

Балаларҙың ғүмерен ҡотҡарыуҙа республиканың санитар авиацияһы ла мөһим роль уйнай. 2021 йылда ғына санитар вертолет балалар һаулығына бәйле ҡатмарлы медицина осраҡтарына 100-гә яҡын осош яһаған.

Төбәк етәксеһе нейрохирургия бүлегендә лә булды, унда 10 йылдан ашҡан ҡорамалдарҙы яңыртыу мәсьәләһен өйрәнергә һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Республика Башлығы шулай уҡ кескәй пациенттарҙың палаталарына инеп, уларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы.

Фото: Башинформ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: