Әҙибәне иҫкә алырға туғандары, ижадташ дуҫтары, хеҙмәттәштәре, уның әҙәбиәтен үҙ итеүселәр килгәйне.
Факиһа Туғыҙбаева ҙур тормош һәм ижад юлы үткән, Башҡортостан әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән. Был турала үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев һыҙыҡ өҫтөнә алды: «Факиһа Һаҙый ҡыҙы - ғүмерен башҡорт шиғриәтенә арнаған, һәр үткән сарала, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, иле, халҡы өсөн тоғро ҡалған шәхес”.
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округы Хакимиәтенең бүлек начальнигы Салауат Дәүләтшин таҡтаташтың киләсәк быуын өсөн әһәмиәтенә туҡталды: “Ысынында бөгөнгө көн Факиһа Һаҙый ҡыҙының туғандары, уның ижадын һөйөүселәр өсөн генә байрам түгел, ул бөтә киләсәк быуын өсөн оло ваҡиға. Таҡтаташ юҡҡа эленмәй. Уны күрәсәктәр, кем икәнен белергә теләйәсәктәр, ҡыҙыҡһынасаҡтар”.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев шағирәнең ижади юлын баһалап: “Факиһа Туғыҙбаева тәүгеләрҙән булып башҡорт шағирәләре араһында лиро-эпик, йәки поэма жанрын оло әҙәбиәт юлына сығарҙы. Халҡыбыҙ, милләтебеҙ тип янып-көйөп йәшәне”, - тип белдерҙе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев ҡәләмдәше Факиһа Туғыҙбаева менән бергә эшләгән йыдарын хәтергә алды: “Яҙыусылар союзында ул балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе булды. Факиһа Вәхитова булған сағында, 1969 йылда, уның беренсе шиғырҙар йыйынтығын тикшереүҙә ҡатнашҡайным. Шунан алып уның бөтә ижад юлы минең күҙ алдымда үтте”, - тип бергә эшләгән, ижад иткән йылдарын хәтергә алып һөйләне ул һәм Факиһа Туғыҙбаеваға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Режиссер, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева Мостай Кәрим фонды исеменән дә килгәйне, ул Әлфиә Мостай ҡыҙынан сәләм еткерҙе һәм, Факиһа Туғыҙбаева менән Мостай Кәримдең дуҫлығына тоғро ҡалып, М. Кәрим фондының Факиһа Туғыҙбаева иҫтәлегенә күп эштәр башҡарырға уйлауын белдерҙе.
“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, билдәле шағирә Лариса Абдуллина “Аҡбуҙат” журанлының Факиһа Туғыҙбаеваның эшләгән тәүге һандарын алып килгәйне: “Кескәй башҡорттарҙы “Аҡбуҙат”лы итеп киткәне өсөн рәхмәт әйткем килә. Киләсәктә лә балаларыбыҙ “Аҡбуҙат”лы була икән, халҡыбыҙҙың да киләсәге буласаҡ!”, - тип, балалар әҙәбиәтенә, балалар матбуғатына индергән өлөшө хаҡында әйтеп үтте.
Бүздәк районы муниципаль районының Ҡаңны-Төркәй ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы, ҡаңны ырыуы рәйесе Ғәли Барый улы Шәғәлиев ҡаңны ырыуы менән таныштырҙы, Факиһа Туғыҙбаеваның тап шул ырыуҙан булыуы хаҡында ғорурланып һөйләне..
Әҙибәнең ҡыҙы Зөлфиә Кускилдина бөгөнгө көндөң уларҙың ғаиләһе, яҡындары өсөн ҙур тантана, оло ваҡиға икәнен телгә алды. Факиһа Туғыҙбаева хөрмәтенә таҡтаташ асыуҙы хәстәрләгән Мәҙәниәт министрлығына, Яҙыусылар союзына, Совет районы администрацияһына, уны ихтирам итеп килгән ҡәләмдәштәренә, дуҫтарына ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Мемориаль таҡтаташты Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев һәм Факиһа Һаҙый ҡыҙының тормош иптәше Туғыҙбаев Мансур Имаметдин улы асты.