Дүртөйлө ҡалаһының "Ас" ("Открой") павильонында ҡала балалар һынлы сәнғәт мәктәбенең "Ҡышҡы биҙәктәр" күргәҙмәһе асылды. Унда һынлы сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән балалар ижады өлгөләре урын алған.
"Ҡышҡы биҙәктәр" сәнғәткә битараф булмағандарҙы 20 ғинуарға тиклем көтә.
Һынлы сәнғәт мәктәбенең үҙендә лә күргәҙмә ойошторолған, унда 1-2 класс уҡыусылары ҡулдары менән төҙөлгән төрлө һындар урын алған.