Уның барышында коррекция мәктәптәрендә белем алыусыларға оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Остаз булараҡ билдәле артистар, музыканттар, рәссамдар сығыш яһай. Мәрхәмәтлек сараһының маҡсаты - психик һәм физик үҫешендә тотҡарлыҡ булған балаларҙы ижадҡа, сәнғәткә ылыҡтырыу һәм йәмғиәткә яраҡлаштырыу. Сәхнә оҫталары союзы ойошторған социаль проектты Мәғариф һәм фән министрлығы ла хуплаған.
Проект Президент гранттары һәм Республика башлығы ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтенә булышлыу итеү фондтары ярҙамында финанслана. "Ҙур кеше көнө" барлығы 40-ҡа яҡын коррекция мәктәбендә ойошторолорға тейеш.
Сығанаҡ һәм фото: bash.news