+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 11:25

Факиһа Туғыҙбаеваның исеме мәңгеләштерелә

Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Аҡбуҙат” балалар журналына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе баш мөхәррире Факиһа Туғыҙбаеваға 23 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә Революция урамы, 66 адресы буйынса таҡтаташ асыла.

Факиһа Туғыҙбаеваның исеме мәңгеләштерелә
Факиһа Туғыҙбаеваның исеме мәңгеләштерелә

 

Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева (ҡыҙ фамилияһы Нафиҡова) 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын  тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» ""Йәншишмә") гәзитендә башлай, 1979 йылда "Пионер" ("Аманата") журналына күсә. 1990—2010 йылдарҙа"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире була.

Факиһа Туғыҙбаева Башҡортостан Республикаһының башҡорт әҙәбиәтен, журналистикаһын үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индерҙе. 25 шиғри йыйынтыҡ, балалар өсөн 10-дан ашыу китап авторы. Уның китаптары рус, татар, төрки телдәрендә донъя күрҙе. Авторҙың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре уҡыу әсбаптарына индерелгән.

Халыҡ шағиры 2021 йылдың 20 мартында Өфө ҡалаһында ауырыуҙан һуң вафат булды.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: