Хөрмәтле төркөмдәштәр! Һеҙҙе иң кескәй балалар өсөн ай һайын сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналы сәләмләп, 2019 йылдың 1-се һанына күҙәтеү тәҡдим итә.
Ҡәҙерле дуҫтар, балалар, хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр һәм дә “Аҡбуҙат” журналын һөйөүсе уҡыусыларыбыҙ, Яңы 2019-сы йыл менән һеҙҙе! Һары Ҡабанҡай йылында ла “Аҡбуҙат” менән ҡулға-ҡул тотоноп атларһығыҙ тип, өмөтләнәбеҙ. Ә бының өсөн журнал хеҙмәткәрҙәре бар көсөн, һәләтен биреп эщләр. Сағыу биҙәкле һүрәттәр, бай йөкмәткеле хикәйә, шиғырҙар, төрлө кроссорд-уйындар, йомаҡтар, фәстереүҙәр менән тағы ла күркәмлерәк итер. һеҙҙең ижадығыҙ — “Бәпембә”, “Әкиәтем әкәйле” биттәрендә яңынан яңы исемдәр, авторҙар менән байыр тип ышанабыҙ.
Ниндәй яңылыҡтар алып килде икән “Аҡбуҙат”ыбыҙ 2019 йылда үҙе менән? Әйҙәгеҙ, бергәләп уның биттәрен асайыҡ әле.
Хөрмәтле дуҫтар, яңылығыбыҙ бына ниндәй — яратҡан журналыбыҙҙың 1-се һанын беҙ “Аҡбуҙат”тың тоғро дуҫтарына, һеҙгә, арнарға булдыҡ.
Ә инде, журналыбыҙҙың иң тәүге битен, яңы йылда изге, матур теләктәр теләп ошо журналды бәпләп биҙәүсе, мөғжизә тыуҙырыусы, журналыбыҙға ҡанат ҡуйып осороусы ижади хеҙмәткәрҙәрҙең фоторәсемдәре асып ебәрә.
Һәр бер асҡан биттә миҙгеленә тура килгән төрлө һынамыштар, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, уйындар менән йылытылған махсус айлыҡ календарь көтә.
Шулай уҡ һәр бер битте алдан әйтеп үтеүебеҙсә, “Беҙ һинең менән “Аҡбуҙат!” рубрикаһы аҫтында, дуҫтарыбыҙҙың бөтә класс менән төшкән фоторәсемдәре сәләмләй. Журнал битен асҡан һайын бөтә республикабыҙҙың ҡала, райондары буйлап сәселгән төрлө гимназия уҡыусыларының “Башҡортостаным”, “Башҡорт теле”, “Гимназиям”, “Уҡытыусым” кеүек башҡорт рухы менән һуғарылған шиғырҙары бирелгән. Шулай уҡ гимназистарҙың, башланғыс мәктәптәрҙең, һәм дә балалар баҡсаһы бәләкәстәренең дә, сағыу, матур итеп биҙәлгән һүрәттәре, билдәле рәссамдәрҙең рәсемдәре менән бер рәттән, лайыҡлы урын алып тора.
8-9 биттәрҙә 2018 йылдың һәр айында дуҫтарыбыҙға ҙур шатлыҡ алып килгән “Урал батыр”ҙың сәйәхәте 2019 йылда ла журналыбыҙға яңы бер ҡуш табаҡ бит өҫтәлеп ҡыҙыҡ һәм сәйер мажаралар менән дауам итәсәк.
Уртансы биттә иһә, оҫта ҡулдар өсөн һәр ваҡыттағыса төрлө әкиәттәрҙән, легендаларҙан персонаждар һынын ҡырҡып, йәбештереп эшләү мөмкинселеге бирелгән.
Шуны ла онотмайыҡ дуҫтар, “Аҡбуҙат”— республикабыҙҙа, мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер журнал. 1991-се йылдың ғинуар айынан алып әлеге көндә лә ул балаларҙың иң яратҡан баҫмаларының береһе булып ҡала. Сағыу һүрәттәре, фәһемле хикәйә, әкиәттәре, ҡыҙыҡлы уйындары, төрлө-төрлө конкурстарға бай журналыбыҙ менән бергә булығыҙ!
Журналға яҙылығыҙ, уҡығыҙ, “Аҡбуҙат”тың тоғро дуҫтары булып ҡалығыҙ. 2019 йылдың йырты йылға яҙылыу хаҡы 344 һум 16 тин.
Киләһе осрашҡанға тиклем, һау булығыҙ!
“Аҡбуҙат” журналының 1-се һанына күҙәтеүҙе Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне.