+1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2021, 01:02

"Әсәйҙәр байрамы"

“ӘСӘЙҘӘР БАЙРАМЫ”• Минең әсәйем иң-иң матуры.• Минең әсәйем, өләсәйем һәм мин дә иң уңғаны.• Минең әсәйем матур итеп йырлай.• Минең әсәйемдең ҡулдары йомшаҡ ҡына...—

“ӘСӘЙҘӘР БАЙРАМЫ”
• Минең әсәйем иң-иң матуры.
• Минең әсәйем, өләсәйем һәм мин дә иң уңғаны.
• Минең әсәйем матур итеп йырлай.
• Минең әсәйемдең ҡулдары йомшаҡ ҡына...
— Минең әсәйем тәмле итеп макарон бешерә. Ә минеке үҙе ҡырҡып бишмбармаҡ, туҡмас ашы бешерә...
Ситтән генә ҡарап торған Сафия: “Ә мин әсәйемде бик ныҡ яратам!”, — тине. Быны ишеткән ҡыҙҙар, малайҙар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә: “Мин дә, мин дә...” —тип, һәр ҡайһыһы, еңергә тырышты. (Ҡырҙан тыңлап торһаң бик ҡыҙыҡ инде улар.) Хатта уҙыша-уҙыша өлкәндәрҙең ниндәй һөнәр кешеһе икәнлеген дә һөйләп бирҙеләр.
Бына шундай иҫ киткес йылы, йомшаҡ, күңелгә хуш килеп торған яғымлы һүҙҙәр менән иркәләйҙәр икән 166-сы башҡорт балалар баҡсаһының бәләкәстәре үҙҙәренең иң яҡын кешеләрен.
Читайте нас: