-2 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2021, 01:02

"Беҙ беренселәр"

Үҙебеҙ 2-се класта уҡыһаҡ та — "Беҙ беренселәр!"

"Үҙебеҙ 2-се класта уҡыһаҡ та — "Беҙ беренселәр!" Эйе, эйе, үҙебеҙҙең гимназия буйынса “Аҡбуҙат” журналына бөтә класыбыҙ менән иң беренсе яҙылдыҡ. Шулай булғас бүләктәрҙең дә иң шәбе беҙҙә!" - тип шатланышып ҡаршы алды улар үҙҙәренең алыштырғыһыҙ дуҫы - "Аҡбуҙат"ты.
...Бына ниндәй отҡор һәм зирәк, шул уҡ ваҡытта илһамлы балалар уҡый был гимназияла. Шул саҡлы мөккибән бирелеп төрлө ысулдар менән ҡул эштәрен дә эшләйҙәр икән. Үҙҙәре уҡыған кластарынан урын бүлеп, бына тигән итеп, "Аҡбуҙат"ҡа ла йылы мейес (камин) эшләп ҡуйғандар. Шуға ла юлда "өшөп" килгән журнал дуҫ, иң элек мейес эргәһендә ҡыҙынып ала ла бәләләкәстәрҙең йылы, йомшаҡ, кес кенә ҡулына барып ҡунаҡлай. Был шатлыҡлы осрашыуҙан һуң, кемдер шиғыр яҙырға, кем әкиәт уҡырға, башватҡыс сисергә, ә ҡайһы берәүҙәре уртансы биттән төрлө һындар эшләргә тотона. Ә һүрәт төшөрөүселәрҙең рәсемдәре һуң... рәссамдар һүрәтенән һис кенә лә кәм түгелдер...
Рәхмәт, һеҙгә, алдынғылар!
Шакша биҫтәһендә урынлашҡан 122-се башҡорт гимназияһының иң өлгөрҙәре, “Аҡбуҙат”тың тоғро дуҫтары: 2 “А” класы — уҡытыусылары Разия Сөләймән ҡыҙы Зәйнитдинова һәм 3 “А” класы — уҡытыусылары Земфира Талиф ҡыҙы Әхтәмова менән.
Читайте нас: