+1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2021, 01:02

Бүләккә 100 велосипед

“Бүләккә 100 велосипед” акцияһында ҡатнашыусылар иғтибарына!Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Хөрмәтле төркөмдәштәр, ҡәҙерле балалар, ата-әсәләр!
“Бүләккә 100 велосипед” акцияһында ҡатнашыусылар иғтибарына!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
1. РФ Һалымдар Кодексы буйынса 217-се статьяның 28 пункты ҡарары буйынса әгәр ҙә лотерея уйнап отҡан әйберҙең хаҡы дүрт меңдән (4000) артмаһа, уға бер ниндәй ҙә һалым һалынмай.
2. Әгәр ҙә инде лоторея һ.б. уйындарҙа отҡан әйберҙең хаҡы дүрт мең (4000) һумдан артығыраҡ булһа РФ Һалымдар Кодексы буйынса ҡаҙнаға 35 % һалым кире ҡайтарыла (шулай уҡ пенсия йәшендәгеләргә лә башҡаларға кеүек һалым түләү ҡаралған).
3. Лотереяла уйнатылған велосипедтың хаҡы яҡынса ун мең (10 000) һум.
4. РФ 210 статьяның 1 пунктының Һалымдар түләү Кодексы буйынса һәр бер шәхси кешегә йыл барышында килеп ингән килемдән (аҡсалата, йә әйберләтә) ҡаҙнаға 35 % һалым ҡайтарыу ҡаралған.
9900 (велосипед хаҡы) - 4000 (һалым түләнмәй) = 5900 (артып ҡалған хаҡы) ошо ҡалған хаҡҡа һалым һалына 35% = 2065 һум була.
Лотореяла велосипед отоусы 2019 йылда түләүгә һалым ҡағыҙы килгәс ҡаҙнаға 2065 һум аҡса (һалым) ҡайтарырға тейеш.
(Минфин РФ в Письме от 29 августа 2006 г. N 03-05-01-04/253)
Читайте нас: